Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 24 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһында төбәк-ара «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестивале үтә. Ауырғазы районы Талбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева Беренсе каналдың «Голос. Перезагрузка» проекты финалсыһы ошо фестивалендә ҡатнашасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш таланттар 24 ғинуарҙан 26-на тиклем Бөрө Ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһай. Еңеүселәр өс номинация – йыр, бейеү һәм вокал-инструменталь ансамблдәр араһында асыҡлана. Конкурсанттарға ике әҫәр әҙерләргә кәрәк була. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. , Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресы буйынса 23 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.