“Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән был фильм “ Перерыв на кино» III Йәштәр кинофестиваленең һайлап алыу турын үткән. Фестиваль Бөйөк Ватан һәм Икенсе Бөтә донъя һуғыштары темаһына арналған һәм “Быуындар күпере” («Мост поколений») фонды ярҙамында уҙғарыла.
Руслан Юлтаевтың «Өс хат» фильмында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 1942 йылдың ҡышы һүрәтләнә. Ҡыҙыу һуғыш яланында илдең яҙмышы хәл ителһә, тыныс башҡорт ауылында әле донъяға тыумаған сабый ғүмере ҡыл өҫтөндә була.
Бер өй эсендә өс ҡатын, донъяға өс ҡарашлы кеше йәшәй. Актрисалар Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева ролдәрҙе оҫта башҡарып, шул осор ҡатындарын сағылдыралар.
Өлкән быуын кешеһе булған өләсәйҙәре бар ваҡытын намаҙ уҡып, зекер әйтеп үткәрә. Уның ҡыҙы, урта быуын вәкиле Fәйшә донъя көтә, әсә менән ҡыҙы араһында өҙгөләнһә, йәш ҡыҙ Хазина бер кемгә лә иғтибар итмәй, һөйгән йәре Мәғәфүрҙән хаттар ғына көтә.
Өскөл хаттың оҙаҡ килмәүенә аптыраған ҡыҙ үҙен дә, балаһын да бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тоя һәм нисек тә булһа сабыйынан ҡотолорға уйлай. Тик был аҙымдан уны ауылдың хат ташыусыһы ҡотҡара. Һөйгән йәренән ике хат алыуына Хазина ҡыуанып бөтә алмай, тик ул өсөнсөһө лә булыуы тураһында белмәй. Уныһы инде Мәғәфүре һуғыш яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙ була.
Фильм Ишембай һәм Ғафури райондарында, Арлар һәм Мәндем ауылдарында төшөрөлә. Төп ролдәрҙе Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина уйнай.
Кинофильм авторҙары: режиссёр Руслан Юлтаев, сценарист Дамир Йосопов, оператор Рафаэль Сарваев, композитор Илшат Яхин, продюсер Азамат Хужәхмәтов.
Гүзәл Багаева