Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Руслан Юлтаевтың “Өс хат” фильмы халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 20 октябрь 2016
Руслан Юлтаевтың “Өс хат” фильмы халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша
Мәскәү ҡалаһында 28 октябрҙән алып 6 ноябгә тиклем XIII Халыҡ-ара “Нурлы Фәрештә” ( «Лучезарный Ангел») кинофестивале үтә.
Фестивалдә “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән “Өс хат” фильмы ҡатнаша.
Халыҡ-ара “Нурлы Фәрештә” кинофестивале ( «Лучезарный Ангел») “Рәсәйҙең киләсәк быуындарында рухи һәм әхләҡи мәҙәниәт” маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарыла.
Проекттың маҡсаты-бөгөнгө йәштәрҙә рухи-әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү юлдарын эҙләү.
Башҡортостан режиссеры Руслан Юлтаевтың “Өс хат” фильмын жюри рәйесе, кинорежиссёр Юрий Кара, билдәле продюсер Елена Гликман, РФ халыҡ артисы Лев Прыгунов, кинооператор Вячеслав Сачков, эксперт Иерей Спартесный Игорь баһалаясаҡ.
Мәскәү ҡалаһында 29 октябрь көнө, 16:20 ваҡытта “Өс хат” фильмын “Октябрь” кинотеатрында, Яңы Арбат урамы,24 адресы буйынса күрһәтеү ҡаралған.
Шулай уҡ 24-29 октябрь Чебоксарҙа II Бөтәсыуаш «Асам» кинофестивалендә лә “Өс хат” фильмы һайлап алыу турын үткән. Башҡорт киноһынан башҡа, “Төрөк киноһы” программаһында Болгария, Ҡаҙаҡстан, Ҡырғыҙстан, Яҡут һәм Татарстан илдәренән фильмдар күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ Руслан Юлтаевтың яңыртылған версиялы “Сәк-сәк” комедияһы ҡатнаша. Тамашасылар был комедияны ағымдағы йылдың сентябрь айында БСТ каналы аша күреп өлгөрҙөләр ҙә инде.
Руслан Юлтаевтың «Өс хат» исемле драмаһында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 1942 йылдың ҡышы күрһәтелә. Ҡыҙыу һуғыш яланында илдең яҙмышы хәл ителһә, тыныс башҡорт ауылында әле донъяға тыумаған сабый ғүмере ҡыл өҫтөндә була.
Бер өй эсендә өс ҡатын, донъяға өс ҡарашлы кеше йәшәй.
Актрисалар Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева үҙҙәренең ролдәрен оҫта башҡарып, шул осор ҡатындарын сағылдыралар.
Өлкән быуын кешеһе булған өләсәйҙәре бар ваҡытын намаҙ уҡып, зекер әйтеп үткәрә. Уның ҡыҙы, урта быуын вәкиле Fәйшә донъя көтә, әсә менән ҡыҙы араһында өҙгөләнһә, йәш ҡыҙ Хазина бер кемгә лә иғтибар итмәй, һөйгән йәре Мәғәфүрҙән хаттар ғына көтә.
Өскөл хаттың оҙаҡ килмәүенә аптыраған ҡыҙ үҙен дә, балаһын да бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тоя һәм нисек тә булһа сабыйынан ҡотолорға уйлай. Тик был аҙымдан уны ауылдың хат ташыусыһы ҡотҡара. Һөйгән йәренән ике хат алыуына Хазина ҡыуанып бөтә алмай, тик ул өсөнсөһө лә булыуы тураһында белмәй. Уныһы инде Мәғәфүре һуғыш яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙ була.
Фильм Ишембай һәм Ғафури райондарында, Арлар һәм Мәндем ауылдарында төшөрөлә. Төп ролдәрҙе Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина уйнай.
Тамашасы һорауы буйынса ул эфирға бер-нисә тапҡыр сыҡты. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ижад ителгән ҡыҫҡа метражлы фильм һәр геройы күңелгә үтеп инеүе менән үҙенсәлекле.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө