Күптән түгел Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Кучуковтың юбилейына арнап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Джузеппе Вердиҙың "Риголетто" операһын күрһәтте. 40 йылға яҡын сәхнәлә күп һанлы спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарған йырсы киң репертуары менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Риголетто партияһында танылған йырсыбыҙҙы тамашасылар ҡаршылыҡлы һәм ҡатмарлы кәмитсе ролен башҡарыусы булараҡ курҙе.
Көсөков Раил Фазыл улы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡолой ауылында 1952 йылдың 28 мартында тыуған.
1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан алып бөгөнгө көнгә тиклем ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисты.
Беренсе эше — «Салауат Юлаев» операһында Пугачёв ролен бик уңышлы йырлай. Беренсе классик партияһы "Фауст"а Валентин роле була. Опера театры үҙе бер мөғжизәле донъя кеүек. Үҙ ҡағиҙәләре, үҙ талаптары бар уның. Бик көслөләр генә сыҙай операла. Бар булмышын опера театры менән бәйләгән Раил Көсөков Риголетто, Амонасро, Жермон, Алеко, Кенәз Игорь кеүек ялҡынлы, ҙур масштаблы ролдәрҙә уйнай. Бөгөнгө көндә ул 90-дан артыҡ партия башҡара.