Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә илебеҙҙең ғорурлығы, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, олуғ шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы китап донъя күрҙе.
«Сыңрау торна» тип аталған был китапҡа мәшһүр әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, поэмалары тупланды.
Баш һүҙ авторы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Әҫәрҙәр «Туған тел», «Сыңрау торна», «Аманат» бүлектәренә йыйналып, хронологик тәртиптә бирелде. Был йыйынтыҡ – Рәми Ғариповтың ҡыйыу, тормошсан, тәрән йөкмәткеле шиғри аманатының күркәм сағылышы.