Февраль айы - әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәр күңелендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов айы булып урын алған. Мәшһүр шағир 1932 йылдың ҡарлы-буранлы 12 февралендә донъяға килгән һәм ҡабатланмаҫ ижады менән халҡы йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт» (сценарий авторы-З.Бураҡаева) спектаклен Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап сәхнәләштергәйне. Тамашасыларҙың күп һанлы һорауы буйынса театр бөйөк шағирҙың тыуған айында спектаклде йәнә уйнаясаҡ.
Шулай итеп, 9 февралдә сәхнәлә бөйөк шағир Рәми Ғариповтың һүнмәҫ рухына, тормош һәм ижад юлына бағышланған - «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт" спектакле. Режиссеры - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Төп ролдә - Фирғәт Ғарипов, Артур Кәбиров.