Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата

Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата

Февраль айы - әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәр күңелендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов айы булып урын алған. Мәшһүр шағир 1932 йылдың ҡарлы-буранлы 12 февралендә донъяға килгән һәм ҡабатланмаҫ ижады менән халҡы йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт» (сценарий авторы-З.Бураҡаева) спектаклен Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап сәхнәләштергәйне. Тамашасыларҙың күп һанлы һорауы буйынса театр бөйөк шағирҙың тыуған айында спектаклде йәнә уйнаясаҡ.

Шулай итеп, 13 февралдә сәхнәлә бөйөк шағир Рәми Ғариповтың һүнмәҫ рухына, тормош һәм ижад юлына бағышланған - «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт" спектакле. Режиссеры - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Төп ролдә - Фирғәт Ғарипов, Артур Кәбиров.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb