Рәми Ғариповҡа арналған фильмдың трейлеры донъя күрәсәк

Рәми Ғариповҡа арналған фильмдың трейлеры донъя күрәсәк

Был ай республиканың мәҙәни тормошо өсөн тағы бер ваҡиға менән әһәмиәтле. 12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 буласаҡ.

Режиссер Булат Йосоповтың ижади төркөмө Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған “Шағир көндәлеге” нәфис фильмын төшөрөүҙең төп өлөшөн тамамланы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала һәм социаль селтәрҙәрҙә шағирҙың юбилейына арналған рәсми сарала яңы фильмдың трейлеры күрһәтеләсәк.

Алдан хәбәр ителгәнсә, был республика тарихында халыҡ, Башҡортостан Башлығы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында төшөрөлгән тәүге фильм.

Тәүге тапҡыр фильм хаҡында йәмәғәтселек 2019 йылдың авгусында ишетте. Ул саҡта халыҡ 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы һәм ижади төркөм фильм төшөрә башланы. Дәүләт картина өсөн 16 миллион һум аҡса бүлде.

фильмды Өфөлә, Шишмә районында, Һамарҙа төшөргәндәр, апрелдә фильмды төшөрөп бөтөү күҙаллана.

“Шағир көндәлеге” кинокартинаһында 53 профессиональ актер төшкән, 13 декорация, 60 урын булдырылған, шағирҙың шәхси әйберҙәре - галстук, сатыр, Әҙәбиәт значогы, Австрия яҙыусыһы Стефан Цвейгтың ике томы файҙаланылған. Шулай уҡ ул осорҙағы ретро автомобилдәр һәм мотоциклдар файҙаланылған.

Ижади төркөмгә республика халҡы әүҙем ярҙам итте, 60-сы йылдарҙағы йорт йыһаздарын, көнкүреш әйберҙәрен бушлай бүлде. Ижади төркөмдә Рәми Ғариповтың ейәнсәре Айша Тимерғәзина ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb