18 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле йырсы һәм композитор Рәмил Хәзиев «Ышанам әле таңдарыма» тип исемләнгән концертына саҡыра.
Композитор булараҡ Рәмил Хәзиевтың ҡырҡтан ашыу йыры донъя күргән. Уның ижад ителгән йырҙарын Башҡортостан һәм Татарстандың танылған Салауат Фәтхетдинов, Ғәзим Ильясов, Вилдан Яруллин, Әлфиә Юлсурина һәм башҡа сәхнә оҫталары яратып башҡара. Айырыуса “Һыу юлдары гөл генә” (Ә. Кәшфуллин), “Ҡыштың аҡ сәскәләре” (И. Низаев), “Һағыныу” (Д. Булатова) кеүек ижад емештәре халыҡ йөрәгенә үтеп инде.