Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы ижади конкурс башланды

Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы ижади конкурс башланды

Республикала Башҡорт теле йылына арналған Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан ителде. Ул шағирә, уҡытыусы, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

Конкурста республикала һәм унан ситтә йәшәгән мәктәп йәшендәге балалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә шиғыр яҙырға кәрәк. Темаһы төрлө булырға мөмкин – тыуған ил, тыуған төйәк, туған тел хаҡында. Ирекле темаларға әҫәрҙәр ҡабул ителә.

Эштәрҙе Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. йәки akbuzat-journal.yandex.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк.

Ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Еңеүсегә Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия тапшырыла.

Конкурс 2020 йылдың 15 сентябренә тиклем дауам итә. Конкурс һөҙөмтәләре социаль селтәрҙәргә, республика киң мәғлүмәт сараларына урынлаштырыла.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb