Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Әмир Мәжитов үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
Әмир Миңлевәли улы Мәжитов 1968 йылда Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Бала саҡтан һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһына. 1995 йылда буласаҡ рәссам Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор Эрнст Сәйетов һәм доцент Михаил Назаров оҫтаханаһы), 1998 йылда иһә институт ҡарамағындағы Рәсәй художество академияһы аспирантураһын тамамлаған. 1999 йылдан Әмир Миңлевәли улы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһында эшләй, 2000 йылдан - кафедра мөдире, 2014 йылдан һынлы сәнғәт факультеты деканы.
Үҙенең ижадында рәссам, башҡорт халҡының бай рухи мираҫына таянып, фольклор һәм героик образдарҙың рухи сафлығын, ҡеүәтен, рухын һәм эске көсөн сағылдырыу өҫтөндә эшләй. Әмир Мәжитов республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы эштәренең береһен студент йылдарында уҡ һатып ала. Әле уның картиналары Рәсәй, Италия, Австрия, Израиль, Португалия, АҠШ, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре музейҙарында һәм галереяларында һаҡлана. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы редакцияһы Әмир Миңлевәли улын юбилейы менән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яңы ижади үрҙәр теләй!