Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 85 йыллығын билдәләне

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 85 йыллығын билдәләне

Ошо көндәрҙә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 85 йыллығын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфөлә Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда республика, Рәсәй фән эшмәкәрҙәренән тыш, сит ил ғалимдары ла ҡатнашты. Аҫаба халыҡтың телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ һалыу ғына түгел, бар яҡлап үҫтереүҙә лә институттың өлөшө ҙур.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА ӨФҮ ТТӘИ) — Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы, ул 1932 йылда ойошторола. 1982 йылда Институт «Почёт билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барылған бөтә осор эсендә Институт тарафынан 600-ләп ғилми хеҙмәт баҫтырылған. ТТӘИ эргәһендә «Башҡорт энциклопедияһы» төркөмө ойошторола, һуңынан ул үҙаллы подразделение булып айырылып сыға.

ТТӘИ-ҙең «Археология», «Этнография», «Ватан тарихы», «Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте», «Фольклористика», «Төрки телдәр», «Сәнғәт ғилеме» специальностары буйынса үҙ аспирантураһы бар, уларҙа 26 аспирант һәм 37 дәғүә итеүсе уҡый.

Ун хеҙмәткәрҙең хеҙмәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, өсөһөнөкө — В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, береһенеке Ғ. Сәләм исемендәге премия менән билдәләнгән, Институттың ике тиҫтәгә яҡын ғалимы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен йөрөтә.
ТТӘИ 7 бүлектән тора: археологик тикшеренеүҙәр, этнология, Башҡортостан тарихы, Башҡортостандың яңы тарихы, тел белеме (лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы менән), фольклористика, әҙәбиәт ғилеме.

Уларҙа 70 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 БР ФА академигы, 9 фән докторы, 38 фән кандидаты, эшләй.

1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Академик үҙәк асыла, ә уның ҡарамағында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. Уның маҡсаты башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү була. Тәүҙә унда 10 кеше эшләй.
1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла. Тиҙҙән Институт үҙгәртеп ойошторола.
1931 йылда Комплекслы институт базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Ошо көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора.

Гүзәл Багаева

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb