Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Рәсәй киноактерҙарын балалар ҙа белһен ине»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 21 ноябрь 2016
«Рәсәй киноактерҙарын балалар ҙа белһен ине»
Элек шығырым тулы клубтарҙа совет, һинд киноларын ҡарау – үҙе бер ләззәтле ял итеү төрө ине. Унда күрһәткән тормошто һығылып илап, Никулин, Моргунов, Вицин уйнаған комедияларҙы һыныбыҙ ҡатҡансы көлөп ҡарай инек. Таймый ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Зира Яруллина ла – ошондай кино яратыусыларҙан.
Үҙе лә киноактрисалар кеүек сибәр, йыр-бейеүгә маһир Зира Ғайса ҡыҙы йәш сағынан алып яратҡан артистарына һоҡланып ҡына ҡалмай, ғүмер буйы улар тураһында мәғлүмәт, фотоларын йыйып барған, хатта был эш уның яратҡан шөғөлөнә әйләнгән.
Быйыл Рәсәй киноһы йылы иғлан ителгәс, кинәнесенән, ул үҙенең тупланмаһынан матур итеп стенд эшләп ҡуйған. Ошо стендты район һабантуйында Таймый биләмәһе тирмәһенә ҡуйып, бар райондаштарға күрһәтеп шатландырҙы (һүрәттә). Беҙҙең яратҡан Рәсәй актерҙарын хәҙерге уҡыусылар ҙа белергә тейеш тип, ошо стендты тынғыһыҙ ветеран һуңынан мәктәпкә бүләк иткән.
– Мәшһүр актерҙарыбыҙ Вячеслав Тихонов, Олег Янковский, Василий Лановой, Михаил Ульянов, актрисаларыбыҙ Нонна Мордюкова, Элина Быстрицкая, Лариса Голубкина тыуҙырған образдарҙы беҙ өлгө итеп алдыҡ. Кинола яңғыраған йырҙарҙы тиҙ генә отоп өйрәнә инек, улар аҙаҡ халыҡ яратҡан хиттарға әйләнде. Әле лә яҡшы кинолар сығып тора. Рәсәй киноһының көслө тәьҫир итеүен иҫәпкә алып, уҡытыусылар, ата-әсәләр балаларҙы ошо ыңғай киногеройҙар өлгөһөндә тәрбиәләһен ине, – ти педагогик хеҙмәт ветераны Зира Ғайса ҡыҙы.
Беҙ ҙә был аҡыллы фекергә ҡушылабыҙ. Ысынлап та, мәғәнәһеҙ сит ил фильмдары ғына йәш быуындың аңын томаламаһын ине.
Рәйлә Латипова.
Сығанаҡ: Салауат районының “Йүрүҙән” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө