Рәсәй кинотеатрҙарында «Өс таған» фильмы прокатҡа сыҡты

Рәсәй кинотеатрҙарында «Өс таған» фильмы прокатҡа сыҡты

Бөгөн Башҡортостан кинотеатрҙарыда Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы прокатҡа сыға.

Кинокартина өҫтөндә эш 2018 йылда башлана. Картинаның төп өлөшө Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән. Актәрҙар, фильмдың командаһына ауыл халҡы һәм район администрацияһы ныҡ ярҙам иткән.

Фильмды әҙерләүҙә 50-нән ашыу кеше эшләгән, ул тотошлай башҡорт телендә төшөрөлгән. Аҙаҡ Санкт-Петербург актерҙары тауышы менән рус телендә дубляж яҙылған.

Фильмды тәүгеләрҙән булып 2 мартта Мәскәү тамашасыһы ҡараны. Илдең баш ҡалаһының кино йортонда Бшҡортостан вәкилдәре, яҡташтар, билдәле режиссерҙар, кино критиктары ҡатнашты. “Өс таған”ды барыһы ла алҡышлап ҡабул итте.

Кисә иһә Өфөнөң “Родина” кинотеатрында премьера алдынан билдәле кешеләргә, блогер, журналистарға фильм күрһәтелде. Фильмдың исем туйында ижади төркөм һәм төп ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа бар. Аҙаҡ тамашасылар улар менән аралашты, фекер бүлеште.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb