Рәсәй китапханалары директорҙары Өфөгә кәңәшмәгә йыйыла

Рәсәй китапханалары директорҙары Өфөгә кәңәшмәгә йыйыла

31 майҙа, Китап байрамы барышында, баш ҡалабыҙ Өфөлә күләмле кәңәшмә уҙғарыла.

Осрашыу "Библиоальянс: хеҙмәттәшлектең яңы моделдәре" темаһына арнала. Кәңәшмә III Китап байрамы ваҡытында, 31 майҙа үтә.

БР Милли китапханаһы директоры Айгөл Әминева әйтеүенсә, китапханалар етәкселәре өсөн бындай күләмле кәңәшмә Башҡортостанда тәүгә уҙғарыла. Унда Беларусь Республикаһынан, Мәскәүҙән, ХМАО-нан, Новосибирскиҙан, Тыванан, Амур өлкәһенән һәм башҡа урындарҙан ҡунаҡтар көтөлә. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй дәүләт китапханаһының генераль директоры Вадим Дуда тәбрикләйәсәк. Илебеҙ китапханалары директорҙарына Башҡортостандағы китапханалар системаһы эшмәкәрлеге тураһында видеофильм күрһәтелә.

Бынан тыш, күләмле сара барышында иң яҡшы Башҡортостан китапханасыларын бүләкләү тантанаһы ойошторола. Конкурс быйыл февралдә иғлан ителгәйне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb