Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын күсереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын күсереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылға күсереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был документ хоҡуҡи информациялар интернет-порталында донъя күрҙе. Унда “2017 йылдың 1 июненән указда 2020 йылды 2021 йылға үҙгәртергә” тип яҙылған.

Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусҡа тиклем Башҡортостанда үтергә тейеш ине. Унда 85 илдән 3000-дән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлдө.

Фольклориаданы үткәреү мөмкинселеген республика 2015 йылда Перула үткән 45-се Бөтә донңя конгресы Фольклор фестивалдәрен һәм сәнғәтен ойоштороу халыҡ-ара советының генераль ассамблеяһында яуланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb