Рәсәй һәм Беларусь рәссамдары Өфөлә «Ат иле» күргәҙмәһендә ат образдарын тәҡдим итте

Рәсәй һәм Беларусь рәссамдары Өфөлә «Ат иле» күргәҙмәһендә ат образдарын тәҡдим итте

Башҡортостан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Саха (Яҡут) Республикаһы, Хакасия, Алтай һәм Беларусь Республикаһы оҫталарының ун биш эше Башҡортостан Республикаһы Милли музейының 160 йыллығына арналған күргәҙмәлә урын алды. Экспозиция «Ат иле» I төбәк-ара ижади проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә, ә күргәҙмәне асыусы төп экспонат - «Аҡбуҙат» башҡорт халыҡ эпосында йырланған ҡанатлы ат скульптураһы.

«Ат иле» йомғаҡлау күргәҙмәһенең нигеҙе - һынлы сәнғәттә, графикала, автор һәм биҙәү-ҡулланма техникаһында ат образын художестволы интерпретациялау.

Башҡорттарҙың көнкүрешендә һәм тормошонда аттың роле, уның Башҡортостандың мәҙәни коды менән тығыҙ үрелеп барыуы хаҡында БР Милли музейы директоры урынбаҫары Таһир Фәттәхов һөйләне.

 - Башҡорт өсөн ат - дуҫ, фекерҙәш, яугир, тыныс тормошта ла, хәрби бурысты үтәгәндә лә даими юлдаш.  Йырҙарҙа, ҡобайырҙарҙа, легендаларҙа һәм эпостарҙа йылҡы образы юҡҡа ғына йырланмай. Күргәҙмә бай, сағыу килеп сыҡҡан һәм бының өсөн проектта ҡатнашҡан рәссамдарға рәхмәт әйткем килә, - тине Таһир Булат улы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb