Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Мәҙхиә Әхмәтйәнованың тыуыуына 100 йыл

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Мәҙхиә Әхмәтйәнованың тыуыуына 100 йыл

Бәләбәй районында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Мәҙхиә Әхмәтйәнованың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләргә әҙерләнәләр.

Башҡорт йырсыһы Бәләбәй районы Туҙлыкыуыш ауылында донъяға килгән. 2 айлыҡ сағында әсәйһеҙ ҡала. Сабый олатаһы һәм өләсәһе ғаиләһендә тәрбиәләнә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була ул, матур йырлай, ауыл сәхнәһендә сығыш яһай. Уның һәләтен күреп, уҡырға саҡыралар. Бик талантлы артист үҙенсәлекле тауышлы опера йырсыһы дәрәжәһенә күтәрелә. 1957 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған йырсыһы  исеме бирелә.

Хәтер кисәһе 24 ноябрь көндөҙгө 12 сәғәттә Туҙлыкыуыш ауылының мәҙәниәт һарайында үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb