Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн Өфөлә актер иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ул ижадсы оҙаҡ йылдар йәшәгән Пушкин урамындағы 52-се йортҡа ҡуйылды. Сарала Хәмит Яруллиндың балалары, туғандары, яҡташтары һәм коллегалары ҡатнашты.

- Хәмит Яруллин ғүмеренең аҙағына тиклем театрға тоғро булды. Ул театр сәнғәтендә һәм кинола сағыу эҙ ҡалдырҙы. Беҙ бөгөн Хәмит Ғатаулла улын хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылдыҡ. Миңә уның менән эшләү бәхете тейҙе. Ул бөтә кешегә лә ихтирам менән ҡараны. Уның ролдәре ябайлығы һәм тәрән мәғәнәле булыуы менән айырылды. Беҙҙең данлыҡлы шәхестәр бик күп, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ, - тине БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов.

Хәмит Яруллиндың коллегалары уны зыялы, талантлы һәм йөрәктәргә үтеп инерлек актер итеп иҫкә алды.

- Хәмит ағай үҙ халҡы өсөн маяҡ булды. Ғорур һынлы һәм талантлы актер тамашасылар араһында бик популяр булды. Үҙенең тыйнаҡлығы, тәрбиәлелеге менән ул беҙгә артистың ниндәй булырға тейешлеген күрһәтте, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров.

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин 1935 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ахун ауылында тыуған.

1959 йылда ГИТИСты тамамлағандан һуң, үҙенең ижади юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. 1992-1998 йылдарҙа Стәрлетемаҡ театрында эшләй. 1998 йылдан яңынан Башдрамтеатрға ҡайта.

1959—1987 йылдарҙа, 1998 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы. Бер үк ваҡытта 1961—1980 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, ә 1970—1971 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. «Алтын атлы һыбайлы» (1980), «Ауыл өҫтөндә йәйғор» (2001) фильмдарында төшә. 1987—1992 йылдарҙа — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссёры (Аҡмулла, Кәрим Тинчурин, Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуя). 1992—1998 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы.

Хәмит Ғатаулла улы 2015 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Ахунда ерләнә.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллиндың исеме мәңгеләштерелде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb