Татарстандың Аҡтаныш районында 27 - 28 июль көндәрендә “Аҡтаныш гармундары” Бөтә Рәсәй фестивале үтә.
“Аҡтаныш гармундары” Бөтә Рәсәй фестивалендә барлығы 300 гармунсы ҡатнашасаҡ. Рәсәй Федерацияһының 7 регионынан ғаризалар ҡабул ителгән. Исемлектә: Һамар, Төмән, Киров өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикалары бар.
Фестиваль Аҡтаныштың Һабантуй майҙанында, тәбиғәттә үтәсәк.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, “Аҡтаныш гармундары” фестивале ике бәйгенән тора: беренсе бәйге ике номинациянан ғибәрәт: гармунсы ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһы. Балалар ансамблдәре айырым баһаланасаҡ. Икенсе бәйге гармун тартышы тип атала, йәғни көйҙәр кем-кемдән уҙҙырыбыраҡ уйнай тигән ярыш ҡаралған.