Рөстәм Хәмитов «Алтай цивилизацияһы һәм алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары» Халыҡ-ара форумында сығыш яһаны

Рөстәм Хәмитов «Алтай цивилизацияһы һәм алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары» Халыҡ-ара форумында сығыш яһаны

20 июлдә Бешкәк ҡалаһында Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Алтай цивилизацияһы һәм алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары» Халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаевтың башланғысы менән ойошторолған форумдың эшендә Рәсәйҙән, Ҡырғыҙстандан һәм башҡа илдәрҙән ғалим-алтайсылар, тарихсылар, археологтар, этнографтар, антропологтар, лингвистар, фольклорҙы, сәнғәтте һәм мәҙәни мираҫты өйрәнеүселәр ҡатнаша. Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев үҙенең сәләмләү һүҙендә форумдың мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм унда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне. – Алтай – кешелек цивилизацияһы бишектәренең береһе, фин-уғыр, төрки-монгол, маньчжур-тунгус, япон һәм башҡа халыҡтарҙың боронғо төйәге. Археологик ҡаҙылмалар, этнография экспедициялары, фольклор һәм яҙма сығанаҡтар ошо халыҡтарҙың уртаҡ тамырҙары хаҡында һөйләй, – тине ул. – Бөгөн Алтай телдәре ғаиләһе халыҡтары төньяҡта Яҡутстандан алып көньяҡта Төркиәгә һәм Иранға, көнбайышта Венгриянан һәм Карелиянан алып көнсығышта Японияға һәм Кореяға тиклемге биләмәлә йәшәй. Әлбиттә, Алтай, Урал, Урал буйы, Үҙәк Азия һәм Ҡытайҙың күп кенә өлөшөн үҙ эсенә ала. Рәсәй һәм Ҡытай халыҡтары менән бергә улар ҙур географик һәм тарихи-мәҙәни төбәкте, хатта «континентты» тәшкил итә. Беҙгә тыныслыҡ һәм изгелек, төрлө халыҡтарҙы берләштергән идеяларға таянырға кәрәк. Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында Алтай телдәре ғаиләһе халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың һәм ҡырғыҙҙарҙың рухи ҡәрҙәшлеген билдәләне, республика ғалимдарының алтаистика һәм төркиәткә индергән өлөшө хаҡында һөйләне. – Башҡортостанды һәм Ҡырғыҙстанды, бер-береһенән алыҫ урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, күп әйберҙәр бәйләй. Тәү сиратта – тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан тел, рухи-мәҙәни туғандашлыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төрки телле төбәктәр һәм илдәр менән төрлө яҡлы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәребеҙ ҙә хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүҙең, Алтай халыҡтары уртаҡлығының мөһим факторы булып тора. Әйҙәгеҙ, артабан да бер-беребеҙ менән тәржемәсеһеҙ, әлеге кеүек үк ихлас аралашайыҡ, мөһим иҡтисади һәм гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырайыҡ, илдәребеҙ мәнфәғәте өсөн эшләйек.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb