«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында барған «Йолалар һәм рухилыҡ» Нестеров премияһына дәғүәселәрҙең эштәренең Республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһы менән танышты.
Музей директоры Айрат Тереғолов һүҙҙәренсә, премияға бөтәһе 150-ләп эш дәғүә итә. Республиканың 27 билдәле рәссамының һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре беренсе турҙы үтте. Атап әйткәндә, күргәҙмәлә Виктор Домашников, Салауат Ғиләжетдинов, Тәлғәт Мәсәлимов, Ринат Миңлебаев, Фирҙәнт Нуриәхмәтов, Виктор Суздальцев, Юлиә Устюгова кеүек рәссамдарҙың эштәре тәҡдим ителгән.
Күргәҙмә-конкурс музейҙың яңы бинаһында 24 декабргә саҡлы үтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт белеме өлкәһендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән булдырылған. Ул бөйөк һынлы сәнғәт әҫәрҙәре эшләгән, шулай уҡ сәнғәт, художество тәнҡите теорияһы һәм тарихы өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Уның күләме 500 000 һум тәшкил итә.