Рөстәм Хәмитов Курманжан Датка исемендәге Күсмә цивилизация үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов Курманжан Датка исемендәге Күсмә цивилизация үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты

21 июлдә республика делегацияһының Ҡырғыҙстанға сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев Ысыҡкүл өлкәһенең Чон-Сары-Ой ауылында Курманжан Датка исемендәге Күсмә цивилизация үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Алмазбәк Атамбаев Ысыҡкүл өлкәһенең туристик ҡеүәтен үҫтереүгә өлөш индерәсәк тағы бер тарихи музейҙың асылыуына шатланыуын белдерҙе. – Бөгөн беҙ ҙур комплекстың бер павильонын ғына астыҡ. Август аҙағында йәки сентябрь башында «Ҡырғыҙ йәйләүе» павильонын төҙөй башлайбыҙ, – тине Ҡырғыҙстан Президенты һәм бер нисә ил һәм Рәсәй төбәктәре вәкилдәре музей биләмәһендә үҙ павильондарын булдырыуға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, тип өҫтәне. – Ата-бабаларыбыҙҙың Себерҙән алып Каспий диңгеҙенә тиклемге ҙур биләмәлә йәшәгәндәрен онотмағыҙ. Мин ватандаштарыбыҙҙы берҙәм булырға саҡырам. Эске ҡаршылыҡтарҙы оноторға һәм туғандаш халыҡтар хаҡында иҫкә төшөрөргә кәрәк. Беҙҙе улар менән боронғо тарих, мәҙәниәт һәм йолалар берләштерә. Тантананан һуң Рөстәм Хәмитов һәм Алмазбәк Атамбаев «Алтай йәйләүе» экспозицияһы менән танышты. Унда илдәге бер нисә музейҙың иң яҡшы экспонаттары һәм инсталляциялары тупланған. Экспозиция Алтай халыҡтарының тарихы һәм мәҙәни бәйләнештәре хаҡында һөйләй. Бында Яңырыу осоронан алып заманса ҡулланма сәнғәте изделиеларына тиклем 500-гә яҡын экспонат ҡуйылған. Үҙәктең биләмәһендә алтай халыҡтары вәкилдәренең йәшәү рәүешен күрһәтеү өсөн 30 тирмәнән торған йәнле музей урынлаштырылған. Мәҫәлән, башҡорттарҙың көнкүрешенә арналған тирмә янында Рөстәм Хәмитов һәм Алмазбәк Атамбаевты башҡорт диаспораһы вәкилдәре халыҡ йыры «Азамат»ты башҡарып ҡаршы алды.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb