Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Рөстәм Хәмитов «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында сығыш яһаны
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 28 ноябрь 2016
Рөстәм Хәмитов «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында сығыш яһаны
Рөстәм Хәмитов «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында сығыш яһаны
24 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ТЭФИ-Төбәк» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында сығыш яһаны. Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы.
– Һынлы сәнғәттә әлеге мәлде һүрәтләү теләгенән барлыҡҡа килгән импрессионизм тигән йүнәлеш бар. Минеңсә, «ТЭФИ» премияһына дәғүә итеүселәрҙең барыһы ла – импрессионистар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ бөтә күңелегеҙҙе һалып эшләйһегеҙ. Бөгөнгө көндө нисек бар, шулай һүрәтләргә тырышаһығыҙ. Әйтергә кәрәк, эшегеҙҙе яҡшы, намыҫлы башҡараһығыҙ.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев конкурста ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәргән.
«Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды президенты Александр Акопов конкурстың һуңғы этабы юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм республика етәкселегенә, төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа ошо ваҡиғаны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Өфөлә булдырылған һоҡланғыс инфраструктураның эшләүен яҡшы беләбеҙ. Беҙ уны үҙләштерҙек, – тине Александр Акопов. – Белеүебеҙсә, бында халыҡ-ара, ил кимәлендәге башҡа саралар үткәрергә ниәтләйһегеҙ. Беҙҙең академия иһә Өфөнөң ысынлап та заманса ҡабул итеүен раҫлаған хат ебәрә ала. Иң мөһиме – бында изге күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Рәхмәт Өфөгә!
«ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсы – илдең төбәк телекомпаниялары өсөн йылдың төп телевизион ваҡиғаһы. Сараны Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды ойоштора. Унда төбәк телекинокомпаниялары, студиялары, продюсер үҙәктәре, берләшмәләр ҡатнаша. Башҡортостан журналистары конкурста йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Быйыл бәйгенең һуңғы этабы Өфөлә уҙғарылды, унда илдең 83 төбәгенән 150-гә яҡын журналист ҡатнашты.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө