22 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйгә эш сәфәре менән килгән Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаевтың эш осрашыуы үтте. Осрашыу барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. — Беҙҙең республика һәм Ҡырғыҙстан араһында дуҫлыҡ нығына бара, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа күп нәмә эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яңы ҡыҙыҡлы проекттарҙы тикшерә алырбыҙ тип уйлайым. Иң мөһиме – беҙ туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә булышлыҡ итәбеҙ. Был беҙҙең өсөн бөтә яҡтан да бик мөһим. — Халыҡтарыбыҙ – Ҡырғыҙстан, Башҡортостан халыҡтары – ул боронғо бер Алтай цивилизацияһының тоҡомдары. Бөтә ҡырғыҙҙар: Рәсәй, Алтай – ул ата-бабаларыбыҙ ере тип хәтерләй, – тип билдәләне Алмазбәк Атамбаев. – Рәсәйҙә, шул иҫәптән, әлбиттә, туғандаш Башҡортостанда булыуы минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Артабан осрашыу делегациялар ҡатнашлығында дауам итте. Яҡтар иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу перспективаларын тикшерҙе. — Ҡырғыҙ һәм башҡорт халыҡтарын уртаҡ милли тамырҙар, төрки донъяның бай тарихы, берҙәм рухи мәҙәниәт бәйләй. Ул башҡорт-ҡырғыҙ мөнәсәбәттәренә айырым дуҫлыҡ, хатта әйтер инем, туғанлыҡ сифатын бирә. Һәм беҙ уны ныҡ ҡәҙерләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү республикабыҙ өсөн тышҡы иҡтисади өлкәлә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн сауҙа, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытабыҙ.
Сығанаҡ: http://www.pravitelstvorb.ru/ba/press-office/news.php?ELEMENT_ID=16068