Ҡурайсыларҙың Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика бәйгеһе еңеүсеһе билдәле булды. Гран-при титулын 26 йәшлек Морат Йәноҙаҡов -"Йатаған" этно-төркөмөнөң музыканты яуланы. Ул бәйгелә башҡорт халыҡ “ Ҡолой кантон” көйөн башҡарҙы. Ҡурайсыға милли костюм тектереүгә 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Бәйгелә республикабыҙ ҡала-райондарынан 110 башҡарыусы ҡатнашты.
Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика бәйгеһе тәүге тапҡыр 2016 йылда Йылайыр районында ойошторолғайны. Былтырғы бәйгелә ҡатнашыусылар һаны 80 –гә еткәйне.
Бәйгенең ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге һәм Республика ҡурайсылар союзы.
Рөстәм Шәрипов-йәш, талантлы ҡурайсыларҙың береһе ине. Башҡор дәүләт филармонияһы солисы, күп конкурстар лауреаты булды.