Саҡмағошта кейеҙ үҙәге асылған

Саҡмағошта кейеҙ үҙәге асылған

Үҙәктең етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәфисә Ғил­метдинова һәм уның уҡыусылары кейеҙ­ҙән тыуҙырған матурлыҡҡа әллә күпме һоҡ­ла­нып ҡарап йөрөргә мөмкин. Тәбиғәт күре­нештәре, тарихи донъя, бөгөнгөбөҙ, хатта уйынсыҡтар, табынға ризыҡтарҙы ла улар шул тиклем оҫта итеп барлыҡҡа килтергән. Нәфисә – Саҡмағош ҡыҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыған сағында кейеҙ эштәре менән мауыға башлай. Өфө районында Балалар ижады йорто ҡарамағындағы “Йәйғор” исемле студияла ошо өлкәлә ҙур тәжрибә туплай. Баш ҡалала эшләгәндә үк Милли музейҙа, “Урал” галереяһында , республика Хәрби дан музейында һәм башҡа урындарҙа үҙенең эштәре менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Тыуған төйәге Саҡмағошта “Кейеҙ” үҙәген асыу ҙа уның күптәнге хыялы була. Тыуған еренә ҡайтҡас, уны тормошҡа ашырырға мөм­кинлек тыуа, был ниәтен район хаки­миәте лә хуплай. Саҡмағошҡа ҡайтыуына ике йыл тирәһе генә ваҡыт үтһә лә, әллә күпме эш башҡарырға өлгөргән. Бында ике зал булдырылған. Тәүгеһендә – ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу бүлмәһе. Бында өҫтәлдәге милли ризыҡтар: бауырһаҡ, бәлеш – барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән. Шулай уҡ стенаға ауыл тәбиғәтен, йорт йылыһын, матурлығын сағылдырған паннолар ҙа элен­гән. Орсоҡ әйләндереүсе ҡыҙ, һандыҡ һүрәт­ләнгән эштәрҙән ысынлап та йорт ҡото бөркөлә. Кейеҙҙән тегелгән милли кейем дә иғти­барҙы йәлеп итмәй ҡалмай. Икенсе залда йолалар, тарих, легендалар ҙур өлөштө биләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb