Уҙған ял көндәрендә Саха (Якутия) Республикаһының төп театры – П.А.Ойунский исемендәге Саха академия театры артистары гастролдәр менән Өфөлә сығыш яһаны. Данлыҡлы театрҙың 110 йыллығына арналған гастролдәре октябрь айында Ҡырғыҙстан, Казахстан һәм Татарстан республикаларында уҙһа, ноябрь башында иһә Саха театры артистары Өфө тамашасыһына дүрт спектакль тәҡдим итә - өсәүһе М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уҙҙы.
Саха академия театрының художество етәксеһе Андрей Борисов билдәләүенсә, “Театрҙың был оҙайлы сәфәре – туғандаш халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен яңынан тергеҙеү һәм ижади уңыштар менән уртаҡлашыу теләгенән”.
“Саха театры легендалары” тип исемләнгән гастролдәр Мәжит Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә 4 ноябрҙә “Желанный голубой берег мой” (С.Айытматов, режиссеры А.Борисов) спектакле менән асылды.
Саха театрының визит карточкаһы - Андрей Борисовтың диплом эше булараҡ ҡуйылған һәм утыҙ биш йыл сәхнәлә барған, күп һанлы театр фестивалдәрендә лауреат исемен алған, СССР дәүләт премияһына лайыҡ булған был сәхнә әҫәре баш ҡалабыҙ тамашасыларын да әсир итте.