Саха – Яҡут Республикаһында “Рәсәй халыҡтары эпостары” беренсе бөтә Рәсәй йәштәр фестивале үтте

Саха – Яҡут Республикаһында  “Рәсәй халыҡтары эпостары” беренсе бөтә Рәсәй йәштәр фестивале үтте

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Традицион музыкаль башҡарыу факультеты студенты Данир Масалимов Саха – Яҡут Республикаһында үткән “Рәсәй халыҡтары эпостары” беренсе бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә дипломант исемен яуланы.

Данир фестивалдә думбырала уйнап, көйләп, өзләп “Аҡһаҡ ҡола” эпосын тулыһынса һәм “Урал батыр” эпосынан өҙөк башҡарған. 
Беренсе йәш йыраусылар бәйгеһе Якутск ҡалаһында ике көн дауамында барған. Этник ижад фестиваленә бөтөн Яҡут Республикаһынан, Тыва, Алтай һәм Башҡортостандан эпос һөйләүселәр йыйылған.  – Миңә белем биргән Өфө сәнғәт училищеһынан уҡытыусым Гүзәл Үмәрғәлинаға, институттан Сабир Сабит улы Әбхәлимовҡа, конкурсҡа әҙерләгән остазым Илһам Ханнан улы Байбулдинға, юл сығымдарын күтәрешкән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҙур рәхмәт!, – ти йәш йыраусы Данир Мәсәлимов.  Фестивалде ойоштороусылар: Арктика дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты, «Ыччат олонхосут» яҡут республика йәмәғәт ойошмаһы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb