Сахалинда Башҡорт мәҙәниәте көнө билдәләнә

Сахалинда Башҡорт мәҙәниәте көнө билдәләнә

Сахалин өлкә сәнғәт музейында Милли мәҙәниәттәр көндәре башланды. Алыҫ Көнсығыш халҡы был арала Төньяҡ Сахалиндың аҙ һанлы халыҡтары, ҡырғыҙ, бүрәт, алтай һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте менән таныша аласаҡ. 
9 март иһә Башҡорт мәҙәниәте көнө тип билдәләнгән.  Сахалин башҡорттары ҡоролтайынан Гүзәлиә Солтанова хәбәр итеүенсә, улар бай программа әҙерләй. Музейҙың ресурстар үҙәгендә көн дауамында Башҡортостан тураһында видеояҙмалар, русса аңлатмалы яҙыуҙары булған йәнһүрәт күрһәтеләсәк. Әҙер изделиеларға милли биҙәктәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәреү ҙә ҡаралған.  Мәҙәниәт көндәрен 17 мартта «Халҡым мәҙәниәте» тип аталған гала-концерт йомғаҡлай. «Гөлдәр» ансамбле тамашасыларға башҡорт бейеүен тәҡдим итәсәк. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb