«Салауат» балалар бейеү академияһы Абхазиянан еңеү менән ҡайтты

«Салауат» балалар бейеү академияһы Абхазиянан еңеү менән ҡайтты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп килгән «Салауат» балалар бейеү академияһы X «Сиктәр юҡ. Юниор. 2018» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр милли ижады фестиваль-конкурсында Гран-при яуланы. Фестиваль Абхазия Республикаһының Багрипш ҡасабаһында уҙҙы. Ансамбль етәкселәре-Маргарита Ғәндәлипова һәм Рөстәм Ғәндәлипов.

Академия тәрбиәләнеүсеһе Салауат Бакиров фестивалдең иң яҡшы солисы тип танылды.

Балалар академияһының уртаса йәш төркөмө мордваларҙың «Вадря» («Һәйбәт») һәм «Ерән саптар» башҡорт бейеүен тәҡдим итте. Был номинацияла һәм йәш категорияһында тотош Рәсәйҙән, яҡын, алыҫ сит илдәрҙән 50-нән ашыу коллектив ҡатнашты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Салауат» бейеү академияһы балалары халыҡ-ара фестивалдәрҙең береһендә ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургка саҡырыу алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb