19 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында 84-се ижад миҙгелен ябыу кисәһе уҙғарыласаҡ. Салауатлылар һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн "Алһыу кис" исемле тамаша тәҡдим ителә. Был кисә З.Исмәғилов исемендәге Өфө сәнғәт институтын 10 йыл элек тамамлап, театр өсөн махсус курс булып, эшкә килгән артистарға бағышланасаҡ.
2006 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры театр йәш артистар Айһылыу Хәсәнова-Лоҡманова,Мираҫ Йомағужин, Рафаэль Ғәйнуллин, Револь Ғималов, Риф Мусин, Әмир Үтәбаев, Нәркәс Сынғыҙова-Йомағужина өсөн үҙ ишектәрен аса. Салауат театры өсөн был махсус курстың етәксеһе Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әбүшахманов Әхтәм Әхәт улы була. Уларҙың диплом эше - М.Кәримдең "Ай тотолған төндә" спектакле. Был әҫәр театрҙың репертуарына инеп бик күп йылдар уңышлы уйнала.
Ваҡыт аға бара, ун йыл һиҙелмәй үтеп тә киткән. Ошо арауыҡ эсендә йәш артистар ижади яҡтан үҫте, бик күп ролдәр башҡарылды, төрлө уңыштарға ирешелде, ғаиләле булдылар. 10 һанын алһыу кисәгә тиңләп, 19 май көнө улар курсташтарын, уҡытыусыларын, дуҫтарын һәм барлыҡ театр һөйөүселәрен йыйып матур кисә ойошторорға йыйыналар. Тамаша режиссеры - Рафаэль Ғәйнуллин. Әлегә ул "Алһыу кисә"нең серҙәрен асып бөтмәй,шулай ҙа байрамдың ҡыҙыҡлы, күңелле, сағыу буласағын вәғәҙә итә.
Театр йолаһы буйынса, үткән йылға йомғаҡтар яһап, "Иң яҡшы актер" театр премияһы тапшырыласаҡ.