Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мөҙәрис Багаевтың“Мөхәббәт күле” спектаклен тәҡдим итә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мөҙәрис Багаевтың“Мөхәббәт күле” спектаклен тәҡдим итә

16 февраль көнө Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Мөҙәрис Багаевтың“Мөхәббәт күле” спектакле күрһәтеләсәк. Тамашаның ҡуйыусы режисссеры – Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, хореограф – Рәмиҙә Мөхәмәтшина.

Автор әҫәрендә көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға бәйләп милләтебеҙҙең бөгөнгө хәленең бер нисә проблемаһын асып һала. Башҡорт ауылдарының бөтә барыуы, еребеҙгә, һыуыбыҙға ҡул һонған сит милләт байҙары, шуларға аҡсаға һатылған урындағы етәкселәрҙең мәкерлеге лә асыҡ һүрәтләнә. Ҡалала түрәлек вазифаһын биләп, бай, етеш тормошта йәшәп тә, атайҙарын ҡарттар йортона алып барып ташлаған мәрхәмәтһеҙ балалар хаҡында ла бәйән ителә. Ғүмер буйы ситтә йөрөп, ҡартайған көнөндә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән әбейҙәр ҙә тамашаға йәм өҫтәй.

Тирә-яҡҡа үләттәр ауылы тигән даны таралған ерҙә ике ҡоҙа Кәбир һәм Хәким йәшәй. Тағы ла унда Ғабдулла ҡарттан башҡа кеше лә ҡалмаған, шикелле. Балталары һыуға төшөп, күңелдәре һүрелеп барған ваҡытта ҡарттар бик ҡиммәтле хазинаға тап була. Баҡтиһәң, Хәким ҡарттың ишек алдындағы һаҫыҡ күле тылсымлы көскә эйә икән! Был турала хатта боронғо сәйәхәтселәр үҙҙәренең көндәлектәрендә яҙып ҡалдырғандар, имеш. Әгәр ҙә шул күлдә ҡойоноп, уның һыуынан ауыҙ итһәң, йәшлектәге ғәйрәт ҡайтып, дәрттәр артып китә, ти. Беҙҙең ҡарттар ҙа мөғжизәле күлдең тылсымын татып ҡарамаҡ булалар...

 
Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәуфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин һәм дә театр артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Револь Ғималов, Альберт Ғөбәйҙуллин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb