Салауат башҡорт дәүләт драма театры 89-сы ижад миҙгелен премьера менән аса. 14, 15 октябрҙә "Кисер мине, әсәй!" исемле моңһоу комедия сәхнәгә ҡуйыласаҡ.
Спектаклдең режиссеры - Радик Ғәлиуллин, рәссам - Антон Бледных, композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, пластика - Гөлнәзирә Сәфиуллина.
Беренсе ҡарашҡа 16 йәшлек Мирғаяндың тормошо башҡа үҫмерҙәр тормошонан бер ни менән дә айырылмай кеүек: ул төрлө уйындар ярата, машина йөрөтөргә хыяллана, һәм хатта классташтары менән дә һуғышып ала, шул сәбәпле әсәһе Миңзифанан әрләнеп тә ҡуя. Көтмәгәндә Мирғаян лотерея ота. Әсәһен һөйөндөрөргә, шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашырға ашыға, әммә юғалып ҡалған әсәһе уға һеңлеһе Дилфүзә ҡайтыуын әйтә. Ул күп йылдар элек малайын апаһына ҡалдырып китеп, хәҙер уны кире алырға уйлай. Мирғаянға нимә эшләргә: оҙаҡ йылдар әсәһе тип атаған Миңзифа менән ҡалырғамы, әллә инде ҡан саҡырыуын тыңларғамы?...
"Кисер мине, әсәй!" спектакле – ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән моңһоу комедия, ваҡыт-ваҡыт ҡалҡып сыҡҡан көлкөлө ситуациялар бик үк ғәҙәти булмаған сюжетты еңелерәк ҡабул итергә мөмкинлек бирә.