Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы Александр Вампиловтың "Провинция көләмәстәре" пьесаларының береһе буйынса яңы спектакль сәхнәләштерә башланы.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Эдуард Шәйехов.
Берәүгә лә билдәле булмаған бер һүҙ арҡаһында тормош сыҙай алмаҫлыҡ ҡурҡынысҡа әйләнеүе бар.Провинция отелендә йәшәгән метранпаж кем ул? Ябай эшсеме әллә төҙөүсеме? Әллә баш ҡаланан юғары дәрәжәле чиновникмы? Метранпажды кәмһеткән ҡунаҡхана администраторының наҙанлығы уны саҡ инфарктҡа алып барып еткермәне. Бер һүҙҙең нисек барыһын да баштан-аяҡ үҙгәртә алыуы тураһындағы еңел комедия.
Спектаклдең премьераһы 29 февралгә билдәләнгән.