Салауат башҡорт драма театрының үҙ гимны буласаҡ

Салауат башҡорт драма театрының үҙ гимны буласаҡ

Салауат дәүләт драма театры үҙенең 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан "Салауат театрына гимн" конкурсын иғлан иткәйне һәм ошо көндәрҙә уның йомғаҡтарын билдәләне.

Конкурсҡа төрлө тарафтарҙан бик матур, эстәлекле, мәғәнәле, Салауат театрының тарихына, бөгөнгөһөнә ҡағылышлы, сәхнә, мәҙәниәт тураһында яҙылған шиғырҙар килде. Билдәле яҙыусылар, һәләтле ололар һәм балалар 17 ижад емештәрен тәҡдим итте.

Конкурста ҡатнашыусылар:

1. Иҙел Хәлимов - 2 шиғыр
2. Әхмәр Үтәбаев
3. Нәжибә Фәйзуллина - 3 шиғыр
4. Зөһрә Үтәғолова
5. Ильнур Ғөбәйҙуллин (7 класс уҡыусыһы, Ишембай ҡалаһы)
6. Фәниә Сатучина
7. Фәнүзә Биктимерова
8. Рәзилә Мәсәғүтова-Обмайкина
9. Гөлсирә Фәйзуллина
10. Фәниә Дауытова
11. Мөҙәрис Бағаев
12. Гөлнур Аҡсулпанова
13.Раушан Хәзиәхмәтов

Театрҙың художество советы ағзалары йыйылып, бөтә тәҡдим ителгән шиғырҙарҙы уҡып сыҡты һәм оҡшағанына тауыш бирҙе.

Шулай итеп, Салауат театрының гимн авторы итеп башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Үтәбаев билдәләнде. Әйткәндәй, ул театрҙың артисы Әмир Үтәбаевтың атаһы.

 - Беҙ ошо 16 шиғырҙы "Салауат театрына арналған шиғырҙар" йыйынтығы итеп сығарырға булдыҡ. Апрель айында үтәсәк юбилей кисәһендә авторҙарҙы театрға саҡырып бүләкләйбеҙ. Әлбиттә, бөтә килгән ҡунаҡтар ҙа ошо йыйынтыҡты үҙҙәренә иҫтәлеккә алып ҡайтасаҡ.

Сер итеп кенә әйтәбеҙ, беҙҙең ҡайһы бер артистарыбыҙ яҙылған шиғырҙарға күҙ һалды һәм юбилей кисәһендә йыр итеп башҡарырға уйлай, - тип белдерҙе театр етәкселеге.

Тиҙҙән бәйгелә еңеп сыҡҡан шиғырға көй яҙылыр һәм тамашасылар юбилей кисәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театрының гимнын тыңлау бәхетенә ирешәсәк.

Салауат башҡорт драма театрының үҙ гимны буласаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb