21 – 22 ноябрҙә Салауат дәүләт башҡорт драма театры Бөрйән районына гастроль ойоштора. Сәфәр барышында артистар Хәмдиә һәм Сөләймән Латиповтарҙың пьесаһы буйынса «Яусылар» музыкаль комедияһын күрһәтә. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев.
Сәхнәлә төп ролде Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова башҡара. Ул да пьесаның авторы Сөләймән Латиповтың тыуған төйәге – Бөрйән районында тыуып үҫкән.
Гастроль актриса Нәүфилә Яҡупованың 50 йәшлек юбилейына һәм уның театр сәнғәте өлкәһендә эшләүенә 30 йыл тулыуға арналған.
Комедияла йәштәрҙе ҡауыштырырға теләгән димсе хаҡында һүҙ бара. Шаяртыу, бейеү һәм йырҙар менән тулы күңелле комедия тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаясаҡ.
Спектакль 21 ноябрҙә – Иҫке Собханғол ауылы мәҙәниәт йортонда, 22 ноябрҙә Иҫке Монасип ауылы мәҙәниәт йортонда уйнала.