23 ноябрҙә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гөлшат Зыязетдинованың юбилей кисәһе үтә. Был кисте актрисаның төрлө йылдарҙа уйнаған спектаклдәренән өҙөктәр, концерт номерҙары, коллегаларының сығыштары һәм йылы ҡотлауҙар йәмләйәсәк.
Гөлшат Ибраһим ҡыҙы ижади эшмәкәрлеген Салауат башҡорт драма театрында 1973 йылда, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағандан һуң, башлай. Ул 100-ҙән ашыу роль башҡара. Актриса матур сәхнә тауышы, һөйкөмлөлөгө һәм актерлыҡ оҫталығы менән тамашасы күңелен арбай. Трагедия, драма, киҫкен комедия йә киҫкен сатира булһынмы – сәхнә оҫтаһы төрлө жанрҙа ла уңышлы ижад итә. Образ өҫтөндә эшләгәндә актриса сағыулыҡҡа, тәрән мәғәнәгә, ижад азатлыҡҡа өҫтөнлөк бирә.
Гөлшат Зыязетдинованың сәхнәгә сығыуы һәр саҡ залда йәнлелек тыуҙыра, тамашасы уны ярата. Импровизация оҫтаһы үҙенең ижади эҙләнеүҙәрен туҡтатмай, ролдәре өҫтөндә арымай эшләй, уйнаған һайын уларҙы байыта бара.
Гөлшат Зыязетдинова үҙе хаҡында тәүге тапҡыр Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» спектаклендә Сәрби ролендә белдерҙе. Был образ тәрән һәм сағыу итеп башҡарылды.
Һуңғы йылдарҙа актрисаның репертуарында күңел йылыһы, тормош тәжрибәһе аша тыуҙырылған әсәләр образы мөһим урын биләй. Улар - Н.Асанбаевтың «Зәйтүнгөл» (Зәйтүнгөл), М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» (Тәңкәбикә), Ә.Атнабаевтың «Ул ҡайтты» (Шәмсинур) спектаклдәрендәге ролдәр. Шәмсинур образы «Театр яҙы - 2009» республика фестивалендә юғары баһаланды.
1990 йылда ҙур ижади уңыштары өсөн Гөлшат Ибраһим ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», 2003 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Гөлшат Зыязетдинова - Салауат башҡорт дәүләт драма театрының хөрмәтле ветераны. Ауырғазы колхоз-совхоз театрын Салауат ҡалаһына күсереүҙе ойошторған, күп йылдар буйына театрҙы етәкләгән Ибраһим Әхмәров менән талантлы актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәкиә Әхмәрованың ҡыҙҙары ул. Сәхнә ветераны үҙ тәжрибәһен йәш актерҙарға тапшырыуҙы изге бурысы тип һанай.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (3476) 33-06-51. Билеттар театр кассаһында һатыуҙа.