Салауат башҡорт драма театры премьера әҙерләй

Салауат башҡорт драма театры премьера әҙерләй

Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы Александр Вампиловтың "Провинция көләмәстәре" пьесаларының береһе буйынса яңы спектакль сәхнәләштерә башланы.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Эдуард Шәйехов.

Берәүгә лә билдәле булмаған бер һүҙ арҡаһында тормош сыҙай алмаҫлыҡ ҡурҡынысҡа әйләнеүе бар.Провинция отелендә йәшәгән метранпаж кем ул? Ябай эшсеме әллә төҙөүсеме? Әллә баш ҡаланан юғары дәрәжәле чиновникмы? Метранпажды кәмһеткән ҡунаҡхана администраторының наҙанлығы уны саҡ инфарктҡа алып барып еткермәне.  Бер һүҙҙең нисек барыһын да баштан-аяҡ үҙгәртә алыуы тураһындағы еңел комедия.

Спектаклдең премьераһы 29 февралгә билдәләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb