Салауат башҡорт драма театры әсә мөхәббәте хаҡында премьера әҙерләне

Салауат башҡорт драма театры әсә мөхәббәте хаҡында премьера әҙерләне

Үткән аҙнала Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Йөрәк майым!» исемле яңы спектаклдең ябыҡ премьераһы үтте. Спектаклде ҡаҙаҡ режиссеры, Көнсығыш Ҡаҙаҡ өлкә йәштәр театрының художество етәксеһе Айдын Салбанов сәхнәгә ҡуйҙы. Төп ролдәрҙе Рәмзиә Мәҡсүтова һәм Рафаэль Ғәйнуллин башҡарҙы.

Спектаклдә мәңгелек темаларҙың береһе – әсә һәм бала һөйөүе сағылыш тапты.

Салауат драма театры коллективы пандемия осоронда яңыса эшләргә өйрәнде, репетициялар онлайн форматта үтте. Ғәйнуллиндар ғаиләһе үҙизоляция ваҡытында Йылайыр районы Сәлим ауылында булды һәм көн дә режиссер менән бәйләнешкә сыҡты.

Спектаклдең премьераһы ябыҡ рәүештә үтте. Хәҙер театр яңы миҙгелдә Салауат ҡалаһы кешеләрен һәм ҡунаҡтарын яңы спектакль менән ҡыуандырырға әҙерләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb