Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы йыл башынан алып Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков пьесаһы буйынса "Алға, Баламишкин!" исемле яңы спектакль сәхнәләштерә башланы.
Спектаклде йәш режиссер, Салауат театрының талантлы актеры Рафаэль Ғәйнуллин сәхнәләштерә. Ул әлеге ваҡытта З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёрҙар бүлегендә 5 курста уҡый. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы - Юлиә Сиражетдинова, композиторы - Ләйсән Шәрипова, хореографы - Эмиль Һөйәрғолов.
Спектаклдә фронтовик атаһың наказын үтәргә теләгән Хәмзә исемле фермер хаҡында бәйән ителә: Берлинға илткән юлда тиҙ һәләк булыуын тойоп, атаһы һуңғы хатында Европала уның ҡәбере өҫтөндә яратҡан боронғо йырҙың яңғырауын һорай.
Бының өсөн Хәмзә менән уйланылған «Алһыу булырға теләйем» проектын әҙерләгән профессиональ музыканттар кәрәк. Проекттың асылы шунда: фермерҙың ҡыҙы (ә уның исеме Алһыу була) билдәле эстрада йырсыһының Европа уңышын ҡабатлай, өҫтәүенә ауыл Алһыуын фронтта һәләк булған олатаһының яратҡан йырын башҡарырға тейеш.
Хәмзә уйлаған проект тормошҡа ашырмы, ошо хаҡта спектаклде ҡарағас белерһегеҙ.
Премьера 27 һәм 28 апрелгә билдәләнгән.