Салауат башҡорт дәүләт драма театры 85 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына

Салауат башҡорт дәүләт драма театры  85 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 85 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан "Салауат" гәзите конкурс иғлан итте.

Шиғыр яҙыу һәләте бирелгән ололар һәм балалар театрға бағышланған ижад емештәрен тәҡдим итә ала. Эштәр 1 февралдән 1 майға тиклем ҡабул ителә. Шиғырҙарығыҙҙы гәзиттең электрон адресына ебәрһәгеҙ ҙә була, шулай уҡ редакцияға ла килтерергә мөмкин.

Еңеүселәр театрҙың юбилей кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Һеҙҙән матур, эстәлекле, мәғәнәле, ғорурланырҙай әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ. Талантығыҙҙы күңел төбөнә йәшереп һалып ҡуймағыҙ, яҙышығыҙ, ҡәләмдәрегеҙҙе тирбәлтегеҙ. Театрға булған ихтирамығыҙҙы, һөйөүегеҙҙе белдереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!!!
Белешмәләр өсөн тел: 8(3476)32-03-92, 32-47-60

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb