Салауат башҡорт дәүләт драма театры "Йәннәт һулышы" спектакле менән Өфөлә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры "Йәннәт һулышы" спектакле менән Өфөлә

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы һәм “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә Өфөлә ҙур мәҙәни сара үтә. "Берҙәм Рәсәй" партияһының бәләкәй ҡалалар театрҙарына, балалар театрҙарына ярҙам ниәтендә ойошторған проектының йомғаҡлау саралары 12 марттан 18 мартҡа тиклем уҙа. Баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһаған коллективтар араһында Салауат драма театры ла бар.

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры күренекле әҙибә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Йәннәт һулышы" повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклен тәҡдим итә.

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары сәхнә әҫәренә 12-се һәм 18-се мартта тамаша ҡыла ала.

Билеттар театр кассаһында һатыла. Белешмәләр өсөн тел: 8(347) 272-35-33.

Спектаклдәргә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb