15,16 декабрь көндәре Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә төрөк яҙыусыһы Тунджер Джюдженоглуның "Көтөлмәгән ҡунаҡ" спектакленең премьераһы ҡуйылды. Әҫәр «Берҙәм Рәсәй» партияһы бәләкәй ҡала театрҙарына яңы спектаклдәр ҡуйыу проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер– РФ атҡаҙанған, БР халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов, рәссам – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,"Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли театраль премия лауреаты Альберт Нестеров.
Яҡтылыҡ буйынса рәссам– Илшат Саяхов, композитор – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев, балетмейстер – халыҡ-ара бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ольга Даукаева. Тексты төрөк теленән башҡорт теленә тәржемә итеүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Премьераға Төркиәнән Тунджер Джюдженоглу килеүе үҙе бер мәртәбә. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты хеҙмәткәрҙәре, билдәле театр тәнҡитселәре килеүе икеләтә ҡыуаныслы күренеш булды.
Ике көн эсендә спектакль авторы тарихи музей, музыка колледжы менән танышты. Спектакль оло һәм кесе тамашасылар өсөн дә ҡыҙыҡлы сәхнә әҫәре буласаҡ, тип билдәләне тәнҡитселәр.
Т.Джюдженолгу спектаклде ҡарағас, рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны һәм театр коллективына артабанғы ижади юлында уңыштар юлдаш булыуын теләне.
Премьера спектаклендә БР халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, БР атҡаҙанған артистары: Фәтих Ҡолһарин, Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева һәм Рөстәм Фазылов ҡатнаша.