6 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Сәрүәр Сурианың "АБАУ, ДИМСЕ КИЛӘ!" музыкаль комедияһын тәҡдим итәсәк.
Ҡуйыусы режиссеры - Зиннур Сөләймәнов, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова, рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов һәм композиторы Илсаф Вәдүтов. Ҡуйылған әҫәр музыкаль комедия һаналһа ла, унда заманыбыҙҙың иң көнүҙәк проблемалары сағылдырыла. Режиссерҙың таланты шунда ла: ул тамашасыға тормошобоҙҙағы һәр кемде борсоған проблемаларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, ә ауыр хәлдән сығыу юлдары булыуын да иҫкәртә.
Спектаклдә бөтә труппа ҡатнаша, улар йәнен-тәнен биреп ихлас уйнайҙар.
Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.
Спектакль киске сәғәт етелә башлана.