Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Абау, димсе килә!" спектакле донъя күрҙе

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Абау, димсе килә!" спектакле донъя күрҙе

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан сәхнәгә премьера - Сәрүәр Суринаның "Абау, димсе килә!" әҫәре буйынса спектакль күрһәтте.

Ҡуйылған әҫәр музыкаль комедия һаналһа ла, унда заманыбыҙҙың иң көнүҙәк проблемалары сағылдырыла. Режиссерҙың таланты шунда ла: ул тамашасыға тормошобоҙҙағы һәр кемде борсоған проблемаларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, ә ауыр хәлдән сығыу юлдары булыуын да иҫкәртә. Һәр заманда ла Ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең бик күп һынауҙарҙан ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы булыуын раҫлай был спектакль. Ағинәй бында димсе ролен генә уйнамай, ә аҡыллы, төплө кәңәштәрен биреп, күп кенә ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыусы абруй ҙа. Ул үҙе лә ябай димсе түгел, ә бәхетһеҙ мөхәббәт ҡорбаны. Әммә ғәфү итә белеүе арҡаһында ул һөйгәне менән ҡабаттан ҡауышып, бәхеткә өлгәшә алған. Ҡыҫҡаһы, спектакль аҙағына барыһы ла үҙ иштәрен, йәнкәй-йәнәштәрен таба. Хатта йәшләй генә йәрен юғалтып, башҡаса үҙ ишен осратыуға өмөтөн өҙгән, бар һөйөүен әсәләренән мәхрүм ҡалған ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүгә арнаған оло йәштәге Әминә лә.

Ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың абруйы хаҡында әҫәр авторы Сәрүәр Сурина:

"Был Башҡортостанда күптән йәшәгән бик боронғо тема. Йәш кенә ҡыҙҙарыбыҙҙан, балаларыбыҙҙан башлап өлкән әбейҙәргә хәтлем, бар ҡатын-ҡыҙ Ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙа аҡ күңеллелек, тәүфиҡ, иман сағылышын күрергә тырыша. Замандар үҙгәреп, ауылдар, ғаиләләр тарҡалғанда, беҙ ошо Ағинәйгә кәңәш һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул кешеләрҙе ҡотҡарырға, ярҙам итергә, кәңәш бирергә, нисек тә булһа яҡтылыҡҡа сығарырға ярҙам итә. Шуға күрә мин дә үҙ әҫәремдә халыҡтың асылын, йолаларын, рухын ошо Ағинәй образы аша күрһәтергә тырыштым. Салауат театры актерҙары халыҡҡа әйтергә теләгән һүҙҙәремде таман ғына еткерә алды. Мин артистарға, режиссерҙарға бик рәхмәтлемен һәм киләсәктә лә уларға уңыштар теләйем. "Беҙҙең халыҡ йәшәй бит әле, уның шундай матур юморлы образдарға төрөлгән аҡылы бар. Ул аҡыл бер ваҡытта ла һайыҡмаясаҡ, ул һәр ваҡыт беҙҙең халыҡта йәшәйәсәк", - тигән фекерҙе ошо спектакль аша ла тамашасыға еткереүҙе дауам итерҙәр, тип өмөтләнәм", - тине.

Спектаклдә яңғыҙлыҡ, мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаиләне һаҡлап ҡалыу темалары ғына түгел, ә бөгөнгө иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - эшһеҙлек проблемаһы ла күтәрелә. Тап үҙ еребеҙҙә эш булмағанлыҡтан, ғаиләһен туйҙырам, аҡса эшләйем тип, күп кенә ир-егеттәр сит яҡтарға сығып китә. Шул сәбәпле, ҡатын менән ир бер-береһенән әллә нисәмә айҙарға айырылып торорға мәжбүр була, балалар ҙа атай терәген, арҡаһын тойоп үҫеүҙән мәхрүм ҡала. Иң үкенеслеһе шул: йыш ҡына осраҡтарҙа ғаилә тарҡалып та ҡуя. Спектаклдә тап ошо бәкәлгә һуҡҡан проблеманың да хәл итеү юлдары барлығы, тырыш кешегә үҙ илеңдә лә бынамын тигән итеп эшләп, донъя көтөп булыуы асып бирелә.

Спектаклдең режиссеры Зиннур Сөләймәновтың был Салауат театрында ҡуйған дүртенсе әҫәре: Спектаклдә бөтә труппа ҡатнашты, улар йәнен-тәнен биреп ихлас уйнаны. Үҙ эшен белеүсе, оҫта балетмейстер Сулпан Асҡарова, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм йәш композитор Илсаф Вәдүтов та спектаклдең уңышлы килеп сығыуына булышлыҡ итте.

Бөгөнгө көндә, пандемиянан һуң, халыҡҡа яңы һулыш булырҙай, уларҙың күңелен күтәрерҙәй спектакль эшләргә тырышты Салауат театры һәм ҡуйған маҡсаттарға иреште. Быға тамашасыларҙың көслө алҡыштары дәлил булып тора. 

Динә БӘШИРОВА, театрҙың әҙәби бүлек мөдире.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb