Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Алға, Баламишкин!" спектакленең премьераһы булды

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Алға, Баламишкин!" спектакленең премьераһы булды

Бөгөн Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Флорид Бүләковтың "Алға, Баламишкин!" спектакленең премьераһы булып үтте. Ҡуйыусы рәссамы – Юлиә Сиражетдинова, композиторы – Ләйсән Шәрипова, хореограф – Эмиль Һөйәрғолов.

Спектаклде театрҙың талантлы актеры, йәш режиссеры Рафаэль Ғәйнуллин ҡуйҙы. Ул З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлегендә 5–се курста уҡып йөрөй. Әйткәндәй, быға тиклем Рафаэль балалар өсөн М. Бартеневтың “Бишкә тиклем һанайым”, В. Илюховтың “Күңелле Эльф” әкиәттәрен ҡуйған. Ә өлкәндәр өсөн был спектакле – тәүгеһе.

Тамашасы залы театр һөйөүселәр менән тулы ине. Барыһы ла спектаклде йылы ҡабул итте, артистарҙы алҡыштарға күмеп, оҙаҡ ебәрмәй торҙолар.

Ә инде кемдәр бөгөн "Алға, Баламишкин!" музыкаль комедияһының премьераһына килә алмаған, иртәгә, 28 апрель киске сәғәт 7-гә килә алалар.

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Алға, Баламишкин!" спектакленең премьераһы булды
Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Алға, Баламишкин!" спектакленең премьераһы булды
Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Алға, Баламишкин!" спектакленең премьераһы булды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb