Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың юбилей кисәһе уҙасаҡ

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың юбилей кисәһе уҙасаҡ

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында 8 декабрь көнө, киске сәғәт 19.00 Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың юбилей кисәһе уҙғарыласаҡ. Тамашасы иғтибарына төрлө спектаклдәрҙән өҙәктәр, моңло йырҙар тәҡдим ителәсәк.
Тамашаны ҡуйыусы режиссер Рәүил Хәкимов.

Гөлшат Ибраһим ҡыҙы Салауат башҡорт дәүләт драма театрының оло быуын артистары араһында иң сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Ауырғазы колхоз-совхоз театрын Салауат ҡалаһына күсереүҙе ойошторған, күп йылдар буйына театрҙы етәкләгән Ибраһим Әхмәров һәм талантлы актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәкиә Әхмәрованың ҡыҙҙары ул.

Билдәле сәхнә әһелдәре исемен Гөлшат апай лайыҡлы йөрөтә. Ижади багажында йөҙҙән ашыу ролдәре бар. Легендар актриса хаҡында күберәк белергә теләһәгеҙ, уның юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!!!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb