Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың юбилей кисәһе үтте. Тамашасы иғтибарына төрлө спектаклдәрҙән өҙәктәр, моңло йырҙар тәҡдим ителде. Юбиляр адресына Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотлауы уҡып ишеттерелде һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Артабан күркәм юбилей айҡанлы ҡотлау теләктәре менән Театр эшмәкәрҙәре союзының рәйес урынбаҫары Зөһрә Сәйфуллина сығыш яһаны һәм Гөлшат Зыязетдинованы К. Станиславский миҙалы менән бүләкләне.
Гөлшат Ибраһим ҡыҙы Салауат башҡорт дәүләт драма театрының оло быуын артистары араһында иң сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Ауырғазы колхоз-совхоз театрын Салауат ҡалаһына күсереүҙе ойошторған, күп йылдар буйына театрҙы етәкләгән Ибраһим Әхмәров һәм талантлы актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәкиә Әхмәрованың ҡыҙҙары ул.
Билдәле сәхнә әһелдәре исемен Гөлшат апай лайыҡлы йөрөтә. Ижади багажында йөҙҙән ашыу ролдәре бар.