Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфөләге гастролдәре

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфөләге гастролдәре

25 февралдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында Ибраһим Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары” (12+) музыкаль комедияһын тәҡдим итә. Ҡуйыусы режиссер - Зиннур Сөләймәнов. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арнап ҡуйылған. Һуғыш йылдарында булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәш егеттәр һәм Өфө ҡыҙҙары араһында барлыҡҡа килгән мөхәббәт тойғолары, төрлө мажаралы хәлдәр һүрәтләнә.

Иртәгәһенә, 26 февралдә, татар драматургы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” (16+) моңһоу комедияһы күрһәтеләсәк. Ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Азат Йыһаншин. Әлдермеш ауылында Әлмәндар ҡарт үҙ баҡсаһында дача төҙөп ята. 91 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле көр, ҡулынан эш килә. Әммә Ғазраил Әлдермеш ҡарт янына командировкаға Әжәлде ебәрә, повесткаға ҡул ҡуйырға ҡуша. Имеш, Әлдермеш ҡарт, Хоҙайҙың ҡөҙрәтенән уҙып бер йыл артыҡ йәшәгән, ти. Тик Әлмәндәр ағай ябай ғына бирешә торғандарҙан түгел. Һуғышта вафат булған дүрт улы өсөн ғүмер итергә йыйына әле ул. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары бар. Шуға күрә лә, яҡты күңелле кешенең үлеме лә яҡты булһын тип, Әжәл Әлмәндәргә, яҡындары менән хушлашыр өсөн, бер кис бүләк итә. Нисек үткәрер икән һуңгы кисен Әлдермештән Әлмәндәр…

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфөләге ике көнлөк кенә гастролдәренә рәхим итегеҙ!!!.


Тамашалар 19.00 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb